Последние новости

Вход для пользователей

Фирҡәләр һәм фекерҙәр

 

Рөстәм Ишмөхәмәтов, Юнир Ҡотлоғужин

      Рәсүл Сәғитов:

      – Ижтимағи-сәйәси тормошта, айырыуса – унда, асыҡлыҡ кәрәк гел, ғәҙеллекте даими тотоуҙың бер шарты – шул да. Бының өсөн барыр юлды билдәләү мотлаҡ, ә ул үҙе инде булғанға яһалыр йомғаҡһыҙ, бәлки, мөмкиндер, ләкин дөрөҫ түгелдер ки.

      Ошоно иҫтә тотоп, был көндәрҙә 2018 йылды барлап сығырға булдыҡ һәм бөгөнгә тап ижтимағи-сәйәси өлкәне алдыҡ та. Иртәгә социаль тармаҡҡа мөрәжәғәт ҡылыныр, йома көндө, яңы йыл марафоны эсендә башҡарылыр ул, иҡтисади һөҙөмтәләр байҡалыр.

      2018 тотош мәмләкәттә лә, уның эсендәге Башҡортостанда ла сәйәси йәһәттән һуңғы дәүерҙәге иң әһәмиәтле йыл, тип баһалау дөрөҫтөр һәм шулай тигәндә, ни тиклем көтөлгәнсә яңғырамаһын, һайлауҙар уҙғанына ишаралайбыҙ. Шулай, сөнки ил башлығы алмашынмаһа ла, нәүбәттәге мөҙҙәт яңы бурыстар ҡуйыу, ниәттәр билдәләүҙе күҙҙә тота, ғөмүмән донъя ла хәҙер йылдамыраҡ үҙгәрә һәм бының илгә, уның тышҡы ла, эске лә сәйәсәтенә йоғонтоһо һаман арта бара.

      Республиканы айырым ҡарағанда, уның календарында сағыу көн булып 9 сентябрь торҙо, әлбиттә – шул йәкшәмбелә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайланды. Уның буйынса һүҙ бер нисә минуттан башланыр түңәрәк өҫтәл янындағы һөйләшеүҙә өҫтәмә  ҡуҙғатылыр, ә әлегә бына нимә тип белдерә торайыҡ.

      Һайлау кампанияһы, беренсенән, сәйәси мәҙәнилек артыуы менән билдәләнде – самаһыҙ ғауғалар ҡупманы. Икенсенән, фирҡәләрҙең ғәҙел еңгәне асыҡ, йәғни һәр берекмә, кандидат үҙ урынын вә үҙ һайлаусыһын тапты. Өсөнсөнән, тауыш биреү проценты бәғзе башҡа төбәктәргә ҡарағанда юғарыраҡ булғанын да билдәләйек.

    

  Һөҙөмтә шул: республика парламентында сәйәси көстәр урынлаштырылышы закон сығарыу эшмәкәрлеген сифатлы алып барыу мөмкинлеген бирә һәм был – бик мөһим, ә ҡалғаны сәйәси тәрбиәлелек – бер-береңде тыңлай белеү, тәҡдимдәргә тар ҡараштан түгел, дөйөм халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп бағыу һәм бүтән һәйбәт тәртиптән тора.

      Беҙҙә ҡунаҡта – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары – парламент рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов менән урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Коммунистар фракцияһы башлығы Юнир Ҡотлоғужин.      

Аудиоверсия

Добавить комментарий

Код нашего баннера

<a href="http://www.kprf102.ru/" target="_blank"><img src="http://www.kprf102.ru/images/kprf.jpg" alt="Башкирское отделение политической партии КПРФ" title="Башкирское отделение политической партии КПРФ" height="100" width="228"></a>

ВидеоКанал