От имени Башкирского рескома КПРФ и от себя лично поздравляю вас с Днём Советской Армии и Военно-Морского Флота!
Для нас этот праздник никогда не терял своего истинного значения. 23 февраля – это не просто календарная дата. Это символ мужества, чести и несгибаемой воли нашего народа. Это день памяти о тех, кто в солдатских шинелях отстоял независимость Родины, кто сражался за каждый клочок родной земли и подарил нам мирное небо.
Именно Красная Армия, созданная трудовым народом и защищавшая его интересы, разгромила фашизм и освободила Европу от коричневой чумы. Именно её солдаты и офицеры первыми вышли в космос, строили города и защищали рубежи самой большой страны на планете. И сегодня мы, наследники той великой Победы, обязаны помнить: сила армии – в её связи с народом, в справедливости тех идеалов, которые она защищает.
В Башкортостане всегда чтили ратные традиции. Наши земляки сражались на всех фронтах Великой Отечественной, проявляли доблесть в локальных конфликтах, а сегодня вновь демонстрируют верность присяге в ходе специальной военной операции. Низкий поклон ветеранам, труженикам тыла и матерям, воспитавшим достойных защитников. Отдельные слова благодарности – нашим бойцам на передовой. Мы ждём вас домой с победой. И делаем всё, чтобы приблизить её – и гуманитарными конвоями, и тёплыми словами, и заботой о ваших семьях.
Коммунисты Башкортостана всегда стояли и будут стоять на страже интересов простых людей. А надёжная защита Отечества начинается с защиты каждого человека – его прав, его достоинства, его будущего. Пока мы едины и помним свои корни – мы непобедимы.
В этот праздничный день желаю всем крепкого здоровья, мира в доме и уверенности в завтрашнем дне. Пусть в ваших семьях всегда царят любовь и согласие, а небо над головой остаётся чистым.
С праздником, дорогие товарищи! С Днём Советской Армии и Военно-Морского Флота!
Первый секретарь Башкирского рескома КПРФ,
депутат Государственного Собрания – Курултая РБ
Юнир Кутлугужин
Ҡәҙерле яҡташтар! Хөрмәтле ветерандар, хәрбиҙәр һәм хәрби бурысҡа тоғро булған барлыҡ иптәштәр!
Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан республика комитеты һәм шәхсән үҙемдең исемдән һеҙҙе Совет Армияһы һәм Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө менән ихлас ҡотлайым!
Беҙҙең өсөн был байрам бер ваҡытта ла үҙенең ысын әһәмиәтен юғалтманы. 23 февраль – ул календарь дата ғына түгел. Ул халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы, намыҫы һәм көслө ихтыяры символы. Был – һалдат шинелдәрендә Тыуған илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған, еребеҙҙең һәр бер киҫәге өсөн көрәшкән һәм беҙгә тыныс тормош бүләк иткән батырҙарҙы иҫкә алыу көнө.
Хеҙмәтсәндәр ойошторған һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған Ҡыҙыл Армия фашизмды ҡыйратты һәм Европаны азат итте. Тап уның һалдаттары һәм офицерҙары тәүгеләрҙән булып йыһанға сыҡты, ҡалалар төҙөнө һәм Ер йөҙөндәге иң ҙур илдең сиген һаҡланы. Бөгөн беҙ, бөйөк Еңеүҙең вариҫтары, иҫтә тоторға тейешбеҙ: армия көсө – уның халыҡ менән бәйләнешендә, ул яҡлаған идеалдар ғәҙеллегендә.
Башҡортостанда һәр саҡ хәрби традицияларҙы хөрмәт иттеләр. Яҡташтарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышының бөтә фронттарында ла дошман менән алышты, локаль конфликттарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтте, ә бөгөн махсус хәрби операция барышында Ил алдында биргән антына тоғролоҡ күрһәтә. Лайыҡлы яҡлаусылар тәрбиәләгән ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре һәм әсәләр алдында баш эйәбеҙ. Айырым рәхмәт һүҙҙәре – алғы сафта булған яугирҙарыбыҙға. Һеҙҙе еңеү менән көтәбеҙ. Уны, гуманитар ярҙам ойоштороп, йылы һүҙҙәребеҙ менән һеҙҙе дәртләндереп, ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күреп, беҙ ҙә яҡынайтырға тырышабыҙ.
Башҡортостан коммунистары һәр ваҡыт ябай кешеләрҙең мәнфәғәте һағында торҙо һәм торасаҡ. Ә Ватанды ышаныслы һаҡлау һәр кешене – уның хоҡуҡтарын, дәрәжәһен, киләсәген яҡлауҙан башлана. Берҙәм булғанда, тамырҙарыбыҙға тоғро булғанда ғына – беҙ еңелмәбеҙ.
Был байрам көнөндә һәммәһенә лә ныҡлы һаулыҡ, өйҙә тыныслыҡ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем. Ғаиләләрегеҙҙә һәр саҡ мөхәббәт һәм татыулыҡ йәшәһен, ә күгегеҙ саф булып ҡалһын.
Байрам менән, ҡәҙерле иптәштәр! Совет Армияһы һәм Хәрби-Диңгеҙ Флоты көнө менән!
РФКП-ның Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты
Юнир Ҡотлоғужин
Комментарии закрыты