г.Уфа, ул. Заки Валиди 7 mapssvgrepocom12159
vkontaktesvgrepocom12143 telegramsvgrepocom312147 youtubesvgrepocom112145

Миҙалға эйә булды

Ошо көндәрҙә Иҫке Шәрәй ауылында йәшәүсе райондағы берҙән-бер Венгрия һуғышы ваҡиғалары ҡатнашыусыһы Вәдүт Аблаис улы Рәжәповҡа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтан Рәхмәт хаты һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы РФ Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының иҫтәлекле миҙалы тапшырылды.

Ф Коммунистар партияһының республика комитетының беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, муниципаль район Советы депутаты, мәктәп-ара уҡыу комбинаты Хәсән Ибраҡов ветеранды йортона барып ҡотланы.
Вәдүт Аблаис улы 1935 йылдың 12 авгусында тыуған. Урындағы мәктәптә ете класты тамамлағандан һуң уҡыуын Сахай мәктәбендә дауам итә. 1942 йылда атаһын хеҙмәт армияһына алғас, ауыл тормошоноң бар ауырлығы уның елкәһенә төшә.
Мыҡты, эшкә уңған егет йәшләй генә Садиҡа исемле ҡыҙға өйләнеп, ғаилә ҡора. Туйҙан һуң күп тә тормай, егетте армия хеҙмәтенә алалар. Йәш ҡатының ҡалдырып, ул өс йыл һауа-десант ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй. Амур өлкәһендә, Украинала, 1956 йылғы Венгрия ваҡиғаларында ҡатнаша.

Демобилизацияланғандан һуң тыуған колхозында эшләй, ырҙын табағына, төҙөлөш бригадаһына мөдирлек итә. Ләкин, тыуған ауылында ғына түгел, күршә-тирә ауылдар һәм райондарҙа ла уны тәжрибәле һәм абруйлы әҙерләүсе итеп беләләр. Был эшкә ул 33 йыл ғүмерен бағышлаған. Ул замандарҙа ауыл кешеләре әҙерләүсегә ит, һөт, йөн, макулатура, дарыу үләндәре һәм башҡа әйберҙәр тапшыра ине.
Рәжәповтар татыу ғаиләләрендә биш бала – Миңнира, Дамира, Илһөйәр, Вәлимә исемле ҡыҙҙар һәм Вилор исемле ул үҫтерә. Бөгөнгө көндә хәстәрлекле олатай менән өләсәй 14 ейән-ейәнсәргә һәм 17 бүләсәргә ҡыуанып йәшәй.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева

Комментарии закрыты

© 2023 - БРО ПП КПРФ. Все права защищены.
Любое копирование материалов с нашего ресурса разрешается только с обратной активной ссылкой на страницу статьи.
vk.com telegram yotube